Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2019, 12:02

Светлана әсәһенең хыянатын ауыр кисергән

Апаһы дәрес эшләргә ҡамасаулаған өсөн һеңлеһен тастағы һыуға тонсоҡтороп үлтерҙе. Салауат ҡалаһындағы был йән өшөткөс фажиғә тураһында яҙғайныҡ инде. Әле ҡыҙҙарҙың кемлеге асыҡланды.

Апаһы дәрес эшләргә ҡамасаулаған өсөн һеңлеһен тастағы һыуға тонсоҡтороп үлтерҙе. Салауат ҡалаһындағы был йән өшөткөс фажиғә тураһында яҙғайныҡ инде. Әле ҡыҙҙарҙың кемлеге асыҡланды.


17 йәшлек Светлана менән уның ете йәшлек һеңлеһе Соня икеһе лә ғаиләгә ҡыҙлыҡҡа алынған икән. 2017 йылда уларҙы әсәләре ташлаған һәм әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Был хәл Светлананың күңелендә бик ауыр тойғо ҡалдырған.


Башҡортостанда балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова был үлтереүҙең мөмкин булған сәбәптәре менән уртаҡлашты.


“Ҡыҙҙарҙы тыуған ғаиләләренән алғас, улар туғандарында йәшәй. Тик ул ҡатынға Краснодар крайына күсеп китергә тура килә, һәм балаларҙы был хәлде яҡшы белгән әхирәте үҙенә ала. Ғаилә бик һәйбәт, улар ҡыҙҙарҙы аҡса өсөн түгел, ә ярҙам итеү маҡсатында алған, – тине ул. – Был осраҡта шуны аңларға кәрәк: Светлана әсәһенең хыянатын, уларҙы ташлауын, әҙәмсә тәрбиә бирмәүен бик ауыр кисерә”.


Ҡыҙҙар был ғаиләлә үҙҙәре генә тәрбиәләнмәй. Тағы бәлиғ булмаған өс малай ҙа бар. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Светлананы ҡулға алғандар, тәфтиш саралары үткәрелә.
Читайте нас: