Ауырғазы райоынының бер ауылында 72 йәшлек пенсионер ҡатындың өйөнә бур төшә. Ир бөтә булған ҡиммәтле әйберҙәрҙе ҡулға төшөргәндән һуң, бысаҡ менән ҡурҡытып, өлкән кешене мәсхәрәләй. Шик аҫтындағы 51 йәшлек ир ҡулға алынған, ул быға тиклем дә хөкөмгә тарттырылған булған. Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.