Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт министрлығының эшкәртеүсе сәнәғәт, ауыл хужалығы, фәнни һәм техник эшмәкәрлек, төҙөлөш өлкәләре предприятиеларында эш көндәрен ҡыҫҡартыу буйынса пилот проекты сиктәрендә «дүрт көнлөккә» күсмәй. «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам» милли проектына илдең 30 төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандан 266 ойошма инә. Бынан алда «Башинформ» рәсәйҙәрҙең күбеһе «дүрт көнлөккә» күсеүҙе хупламауы тураһында хәбәр иткәйне. Ә Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков эш хаҡы кимәлен һаҡлап ҡалған осраҡта ғына был яңылыҡты индерергә мөмкин булыуын билдәләне.