Батып барған машинанан ир менән ҡатын тиҙ генә сығып өлгөрә. Әммә автомобилдәге өс ир фажиғә ҡорбанына әүерелә. Уларҙы Лесное ҡалаһының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте водолаздары һыуҙан алып сыға. Автомобилде йылғанан сығарыу өсөн ике сәғәттән ашыу ваҡыт талап ителә. Фажиғәнең сәбәптәрен тәфтишселәр асыҡлай, шаһиттарҙан һорау ала.