Граждандарҙың тағы ике категорияһына һанлы телевидениеға күсеүҙә ярҙам була
Ҡабул ителгән күрһәтмәгә ярашлы, хәҙер ҡарттар һәм инвалидтар йорттарында йәшәүсе пенсионерҙар, шулай уҡ насар ишеткән граждандар ташламаға хоҡуҡлы.
Һанлы телетапшырыуҙар ҡабул итеү ҡулайламаһын алыуға 1 мең һумға тиклем аҡсалата компенсация ҡарала. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ошондай уҡ ярҙам федераль социаль түләү алға хаҡлы ялдағылар һәм аҙ килемле ғаиләләргә күрһәтелә.