“Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы, республикала йылдам эш алып барыла. Сираттағыһы - төбәктә халыҡтан килгән ялыуҙарҙы мониторинглау, был проблемаларҙы хәл итеү йәһәтенән Мәскәү өлкәһендәге тәжрибәне өйрәнеү планлаштырыла.Төбәккә идара итеү проектының тәүге этабы быйыл башланасаҡ. Республика вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров әйтеүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы Мәскәү өлкәһендә булып, төбәккә идара итеү үҙәге эшмәкәрлеге менән танышҡан. Хеҙмәт алымдарын өйрәнгәс, һөҙөмтәһен баһалағас, беҙҙә лә шундай юғары технологиялы заманса аналог булдырырға ҡарар ителгән.
Билдәле булыуынса, власть менән халыҡ араһында бәйләнеште нығытыу, тура аралашыу мөмкинлеген булдырыу маҡсатында беҙҙә “Инцидент менеджмент” мониторинг системаһыбулдырылды. Ул киләсәктә булдырыласаҡ төбәккә идара итеү үҙәгенә нигеҙ итеп алынасаҡ.Андрей Назаров һүҙҙәренсә, был башланғыс Хөкүмәт ҡарарҙарының дәүләт проекттарын ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән эш һөҙөмтәлелеген баһалау мөмкинлеген бирәсәк. Яңы проекттың беренсе этабы быйыл эшләй башларға тейеш. Бының өсөн “Инцидент”ҡа мониторинг системаһы өҫтәләсәк, ведомстволар араһында хеҙмәттәшлек көсәйтеләсәк. Икенсе этапта иһә аналитика эшләй башлаясаҡ.