Башҡортостанда торлаҡһыҙ ҡалған 10 балалы ғаиләгә өй бүләк иткәндәр. Бүребайҙан Тамара менән Александрҙың 16 балаһы бар. Дүртәүһе - үҙҙәренең балаһы, ҡалғандары тәрбиәгә алынған. Уларҙың ҡайһы берҙәре үҫеп етеп, айырым донъя көтә. Яңы йыл каникулдарында Потякиндар ғаиләһендә бәхетһеҙлек булған - уларҙың өйө янып бөткән. Янғында бер кем дә зыян күрмәгән, ләкин 10 балалы ғаиләнең йәшәргә урыны булмаған. Тәүҙә улар ҡунаҡханала көн иткән, ә һуңғараҡ Хәйбулла районы хакимиәте ике бүлмәле фатир бүлгән. Шунан һуң был эшкә Башҡортостандың Тәфтиш комитеты ҡушылған. Урындағы тау-байыҡтырыу комбинаты хәйриә фондына аҡса күсергән һәм Потякиндарға йорт һатып алғандар.