газета "Салауат"
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2019, 13:10

Таҫма менән быуылған

Иглин районы ауылдарының береһендә ете йәшлек бала менән бәхетһеҙ осраҡ булған.

Иглин районы ауылдарының береһендә ете йәшлек бала менән бәхетһеҙ осраҡ булған. Ете йәшлек малай шәхси йорттоң баҫҡысында таҫма менән уйнап йөрөгән. Малай таҫманың бер осон яндауырға бәйләгән, ә икенсеһен үҙенең өҫтөнә һалған. Бала яҙа баҫҡан, күрәһең, һәм был фажиғәғә килтергән. Малай быуылып үлгән, тип фаразлана. Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, баланың үлем осрағы буйынса тәфтиш алды тикшереүе үткәрелә. Суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Читайте нас: