ШОС һәм БРИКС форумынан һуң эшҡыуарлыҡ үҫеше рейтингын индерәсәктәр. Өфөлә 26-27 сентябрҙә уҙасаҡ ШОС һәм БРИКС форумында Дәүләт Думаһының эксперттар советы төбәктәрҙә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ рейтингын булдырыу тәҡдиме менән сығасаҡ. Был турала "Эшлекле Рәсәй" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы вице-президенты Рөстәм Моратов белдерҙе.