Иртәгә,17 сентябрҙә, Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Бөтә донъя пациенттарҙың хәүефһеҙлек көнө билдәләнәсәк. Тәү сиратта, был сара илдең медицина ойошмаларында пациенттарҙың тейешле хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Уның сиктәрендә ил төбәктәрендә төрлө саралар уҙғарыласаҡ. Медицина персоналы пациенттарҙың хәүефһеҙлегенә ҙурыраҡ иғтибар бирергә, аңлатыу эше алып барырға тейеш. Иҫтәлекле көндөң үҙ девизы ла бар: “Пациент хәүефһеҙлеге - һәр кемдең эше”.
Билдәле булыуынса, Бөтә донъя пациенттарҙың хәүефһеҙлек көнөн быйыл 25 майҙа Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһында ойошторғандар. Маҡсаты - пациенттарҙың хәүефһеҙлеге тураһында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт биреү, ошоға бәйле сараларҙы хуплау. Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылда кешеләрҙең һаулығына бәйле мутлашыусылар күбәйҙе. Мәҫәлән, бәғзеләр телефондан шылтыратып, ҡурҡыныс диагноз тураһында хәбәр һөйләүе, унан һуң ҙур аҡсаға дауа тәҡдим итеүе хаҡында матбуғат сараларында йыш яҙылып тора.