Ҡаланың Гусаров урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорттоң өсөнсө ҡатында киске сәғәт 11-ҙәр тирәһендә янғын сыға, фажиғә урынына ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр тиҙ арала килеп етә.Фажиғәле хәл буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлаған, ваҡиға урынында тикшереү-оператив төркөм эшләй. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Янғын һүндереүселәр уның ут менән һаҡһыҙ эш итеүҙән йә булмаһа электр энергияһындағы ҡыҫҡа замыкание арҡаһында килеп сығыу ихтималлығын билдәләй.