газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2019, 13:26

Халыҡты аптыратырға теләп нимә генә ҡыйланмайҙар

13 сентябрь йома көндө Собчак менән Богомоловтың туйы үтте. Иң шаҡ ҡатырғаны: улар ЗАГС-ҡа мәйет һалып йөрөткән машинала, йәғни катафалкта килеп төштө. Машинаның тышына “Үлгәнсе бергә!” тип яҙып ҡуйылғайны.

Шулай уҡ Мәскәү музейында әҙерләнгән туй мәжлесендә лә бар интерьер теге донъяға ишаралай. Ҡып-ҡыҙыл ашъяулыҡтар, ҡара һауыт-һаба, өҫтәлдәрҙә – ҡыҙыл мәк сәскәләре. 300 ҡунаҡ саҡырылған был туйҙы ҡайһы берәүҙәр христиан диненән көлөү тип ҡабул итһә, икенселәр, киреһенсә, рухи яҡтан дингә яҡынайыу, ти.

Халыҡты аптыратыуға ҡоролған сара үҙенең моратына ирешкән: хәҙер был туйҙы бар ғаләм һөйләй.
Ә бит Ксения Собчак үткән һайлауҙа Рәсәй Президентылығына кандидат та булғайны, ул еңеп сыҡҡан булһа, ил менән ни ҡылыр ине – уйлауы ла ҡурҡыныс.
Читайте нас: