Өфөлә йәшәүсе сүп-сар тултырылған тоҡтарҙы депутаттың ҡабул итеү бүлмәһе алдына килтереп ҡуйған. Шул рәүешле ул сүп-сарҙы сығармауҙарына, ә контейнерҙарҙың тулы булыуына ҡәнәғәтһеҙлеген белдерген. Өфө ҡала Советы депутаты был видеояҙманы социаль селтәргә һалған. Уның фекеренсә, сүп-сар мәсьәләһен бындай ысул менән хәл итеп булмай. Ул өфөләргә ҡабул итеүгә яҙылырға һәм тирә-йүнде таҙараҡ итеү өсөн бергәләп уйларға тәҡдим иткән.