газета "Салауат"
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2019, 22:09

Заворотнюк комала, тиҙәр

Дүртенсе стадиялағы мейе яман шеше диагнозы ҡуйылған актриса Анастасия Заворотнюк комаға киткән.

Дүртенсе стадиялағы мейе яман шеше диагнозы ҡуйылған актриса Анастасия Заворотнюк комаға киткән.Һаулығының ҡырҡа насарайыуы сәбәпле, табиптар уны яһалма кома хәленә индергән, тиелә. Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, тимәк, Настяға операция эшләргә һуң һәм бик хәүефле. Мейеһенең шешеүе сәбәпле химия һәм нур терапиялары эшләүҙән дә әлегә файҙа юҡ. Төрлө хәбәрҙәр буйынса, Заворотнюкта яман шеш ЭКО алымы менән бала табыу сәбәпле барлыҡҡа килгән, тиҙәр. Уның былтыр октябрҙә ҡыҙы тыуғайны. Күрәһең, был процедураның зыянлы яҡтары ла барҙыр.
Читайте нас: