газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2019, 21:48

Сабыйҙың ғүмере булған икән...

Бүздәк районының Шығайкүлбаш ауылында йорттарында 35 йәшлек хужабикә менән уның ҡарт әсәһенең кәүҙәһе табылған. Йортта һигеҙ айлыҡ бала ла булған. Ул иҫән, кеше ғүмерҙәрен ҡыйған әҙәмдең балаға ҡулы күтәрелмәгән.

Бүздәк районының Шығайкүлбаш ауылында йорттарында 35 йәшлек хужабикә менән уның ҡарт әсәһенең кәүҙәһе табылған. Йортта һигеҙ айлыҡ бала ла булған. Ул иҫән, кеше ғүмерҙәрен ҡыйған әҙәмдең балаға ҡулы күтәрелмәгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре йорт янында балта, араҡы, колбаса тапҡан. Урында йәшәүселәр белдереүенсә, фажиғә булған көндә был йортҡа ҡунаҡҡа ҡатындың элекке ире килгән. Уның һигеҙ айлыҡ әлеге баланың атаһы икәне асыҡланған. Сабый приютҡа оҙатылған, уның башҡа туғандары юҡ. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: