Рәсәй спорты йондоҙона әүерелеп килгән Хәбиб Нурмагомедовтың ҡатынының фотолары бер ерҙә лә юҡ. Хатта туйында ла ул бик тығыҙ материалдан тегелгән япма менән битен ҡаплап ултыра. Яңыраҡ Инстаграмда спортсы "Ғаиләм" тигән яҙыу менән фото баҫтырып сығарҙы. Унда Хәбибтең тик ир туғандары ғына. Был фото йәнә интернетта һүҙ ҡуйыртырға сәбәп булды. "Ул ҡатынын хатта ғаилә ағзаһы тип тә һанамай", "Хәбибтең ҡатыны шул тиклем ҡурҡыныс, хатта фотонан да күрһәтмәй" тип яҙа әсе теллеләр.
Икенселәр, киреһенсә, быны хупланы. "Тимәк, ул ҡатынын ихтирам итә һәм һәр кемгә күрһәтмәй", "Ислам дине ҡушыуы буйынса шулай итә ул" тинеләр.
Ысынлап та, Хәбиб Ислам ҡанундары буйынса йәшәй. Ҡатыны менән улар электән таныш һәм яратышып өйләнешкәндәр. Патимат иренең һүҙенән сыҡмай, ул ҡушҡанды эшләй. Әле ғаиләлә ике бала үҫә. Ҡатыны өсөнсөгә ауырлы. Чемпиондың даны һәм аҡсаһы күп булһа ла, Патимат балаларын Мәскәүҙәге текә клиникаларҙа түгел, ә Дағстанда таба икән. Улар тыйнаҡ тормош алып барыу яҡлы.