Өфө ҡалаһында 24 йәшлек егет урамда бер ҡыҙ менән таныша ла шылтыратырға телефонын һорай. Уныһы, әлбиттә, риза була.
Бер ни тиклем ваҡыттан 31 йәшлек һылыу иҫәбендәге 60 мең һум аҡсаның юҡҡа сыҡҡанын күрә. Ҡурҡыуға төшөп, шунда уҡ полиция бүлегенә мөрәжәғт итә. Бәхеткә күрә, теге уғрыны тиҙ табалар. Баҡтиһәң, ул ҡыҙҙың иҫәбендәге аҡсаны тиҙ генә үҙенә күсереп өлгөргән икән. Ғәйебен таныған. Егеткә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, сит ергә сығыу тыйылған.