Салауатта 17 йәшлек ҡыҙ үҙенең беренсе класта уҡыған һеңлеһен һәләк итә. Кесеһе апайын тыңламай, тәртипкә күнмәй. Ҡыҙҙар араһында бәхәс ҡуба, һуңынан ыҙғышҡа әйләнә. Ҡыҙып китеп, апаһы мунсала һеңлеһенең башын һыу тулы тасҡа тығып-тығып ала ла сығып китә. Шулай “тәрбиәләмәксе” була. Ҡабат әйләнеп килгәндә, һеңлеһе тонсоғоп үлгән була. Ҡыҙсыҡтың башында ҡан ойошҡан. 17 йәшлек ҡыҙҙы ҡулға алалар.