Иртәгәнән, 16 сентябрҙән, ямғырҙар башлана һәм һауа температураһы төшә башлай. Октябрь айы ла әллә ни йылы көндәр менән ҡыуандырмаясаҡ. Уның болотло һәм ямғырлы булыуы көтөлә. Көндөҙ - 9-10, төндәрен 4-5 градус йылы буласаҡ. 20-ләренән һуң нығыраҡ һыуытасаҡ. Көндөҙ ни бары +4 булһа, төндәрен минусҡа сығасаҡ. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 29 октябрҙә тәүге ҡар япмаһы ятасаҡ.