Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2019, 13:26

Йөрәге туҡтап, ҡабат эшләп киткән

Сахалин өлкә дауаханаһында ирҙең йөрәге ярты сәғәт самаһына туҡтап торғандан һуң, уны кире “тоҡандырып” ебәреүгә өлгәшкәндәр.

Сахалин өлкә дауаханаһында ирҙең йөрәге ярты сәғәт самаһына туҡтап торғандан һуң, уны кире “тоҡандырып” ебәреүгә өлгәшкәндәр. 56 йәшлек пациенттың ҡапыл йөрәге тибеүҙән туҡтай. Табиптар реанимация сараларын башлай. Бынан тыш, белгестәр йөрәккә бер туҡтауһыҙ массаж эшләүгә һәләтле яңы ҡорамалды ла файҙалана. Һөҙөмтәлә, ирҙең йөрәге йәнә тибә башлай. Әле уны кардиология бүлегенә күсергәндәр, ул артабан дауалана. Йөрәк-үпкә реанимацияһын башҡарыу өсөн өс портатив системаны учреждение ошо хәлдән саҡ ҡына алдараҡ алған була. Ун көн эсендә был аппарат өс кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға ярҙам итә.

Медицина өлкәһенән ошондай ыңғай яңылыҡтар һәр ваҡыт шатландыра.
Читайте нас: