Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике бәлиғ булмаған ҡыҙҙы урман һыҙатында туҡмап китәләр.
Баҡтиһәң, инцидент 10 сентябрҙә үк була, тик ҡыҙҙар дауаханаға 11-ендә саҡ мөрәжәғәт итә. Уларҙың тәнендә туҡмау йәрәхәттәре, һынған урындар булыуы асыҡлана.
16-17 йәшлек апалы-һеңлеле ҡыҙҙарҙың һөйләүенсә, «Колхоз баҙары» туҡталышында торғанда, таныш булмаған егеттәр машинаға ултыртып алып китә һәм ныҡ итеп туҡмайҙар. Ике йәш балала ниндәй үстәре булғандыр, уныһы билдәһеҙ.