газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2019, 13:21

Тормош юлдары ҡатмарлы...

10 сентябрҙә Камчаткала, Вилючинск бухтаһында бер әсә балаларын бауға бәйләп һыуға батыра.

10 сентябрҙә Камчаткала, Вилючинск бухтаһында бер әсә балаларын бауға бәйләп һыуға батыра. Вәхши әсәнең ошо ваҡытта: “Мине бөтәһе лә ташланы, мин бер кемгә лә кәрәк түгел, ирем хыянат итә”, - тип ҡысҡырғаны билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ярҙан күҙәтеүсе шаһиттар хәлде балаларҙы сыныҡтырыу, тип уйлаған. Ә инде һуңынан сабыйҙарға хәүеф янағанын аңлап ҡалып, бер ир ярҙамға ташланһа ла һуң булған. Биш һәм ай ярымлыҡ балаларын үҙ ҡулдары менән һәләк иткән әсә әлеге ваҡытта аҡылында түгел, тикшереү эштәре бара. Йәш ҡатын иренең хыянатын ауыр кисергәнлеге мәғлүм. "Кам 24" мәғлүмәт агентлығы иһә фажиғә урынынан фото баҫтырған. Кадрҙа бала коляскаһын, ярға йәйеләгән япманы күрергә була. Тап ошонда 27 йәшлек Екатерина башҡа һыймаҫлыҡ енәйәт башҡарған.
Читайте нас: