20 сентябрҙә Башҡортостан ҡалаларында «Театр төнө» уҙа. Беҙҙең ҡала ла саранан ситтә ҡалғаны юҡ. Быйыл да «Театр төнө»н Салауат башҡорт дәүләт драма театрына килеп күрә алаһығыҙ. Йыл һайын ойошторолған мәҙәни акция тамашасыларға театрҙың эске донъяһын күрһәтеүгә, яңы театр миҙгеленең серҙәрен асыуға йүнәлтелгән. Сәғәт киске етелә башланған сара туғыҙға тиклем дауам итә. Театрҙың кесе залында «Арлекин» өлгөлө ансамленә кастинг уҙа, фойела тамашасыны театраль фотозона, аквагрим, бутафор әйбәрҙәрҙең күргәҙмәһе көтә. Һуңынан кескәйҙәр өсөн «Бишкә тиклем һанайым» әкиәте тәҡдим ителә. Ә өлкәндәргә «Беренсе республика» фильмын ҡарау мөмкинлеге бар.