Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2019, 13:12

Сиғандар кеше талай

Мәскәүҙә 12 йәшлек ҡыҙ сиғандарға 1 миллиондан ашыу аҡса тоттороп сығарған.

Мәскәүҙә 12 йәшлек ҡыҙ сиғандарға 1 миллиондан ашыу аҡса тоттороп сығарған. 12 йәшлек Алиса мәктәптән һуң паркта ике сиған ҡатыны менән таныша. Улар ҡыҙҙан Һаҡлыҡ банкы ҡайҙа икәнлеген һорай. Итәғәтле бала ярҙамға ашыҡҡан, юл ыңғайы телефон номерҙары менән алмашҡандар. Унан һуң бер нисә көн рәттән Елена тигәне ҡыҙға шылтыратып хәл белешеп торған, теге йәки был темаға әңгәмәләшкәндәр. Ошонан һуң ҡатын ҡыҙҙы өйҙәге аҡсаларҙы уларға бирергә өгөтләй башлаған. Алиса аҡса ҡайҙа ятҡанын белмәһә лә, эҙләргә вәғәҙә биргән һәм һүҙендә торған. 9 сентябрь көнө ҡыҙ өйҙәге бар финанс сараларын йыйып, 1 миллион 400 мең һум аҡсаны сиғандарға тотторған. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙе эҙләй.
Читайте нас: