Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2019, 12:58

Сафияға - ете йәш

Билдәле алып барыусы Земфира Байбулдинаның ҡыҙы Сафияға ете йәш тулған. "Эй еңел таптым уны! Мине йонсотманы, илатманы, ҡысҡыртманы. Ул мәлдә уның диагнозын бер кем дә белмәй ине", - ти әсә.

Билдәле алып барыусы Земфира Байбулдинаның ҡыҙы Сафияға ете йәш тулған. Ҡыҙ сирле тыуа, ғаилә уны матур итеп ҡарай.

"Йөрәгемде ярып сыҡҡан баламдың бөгөн тыуған көнө! Эй еңел таптым уны! Мине йонсотманы, илатманы, ҡысҡыртманы. Ул мәлдә уның диагнозын бер кем дә белмәй ине. Эй, шатлыҡтың сиге юҡ ине! Рәдиф бала тыуыу менән акушерға күстәнәстәр тапшырып, табиптарҙы юхалап беҙҙең янға керҙе. Сафияны ҡарап, вот уҫал булмаҡсы, тип ҡарап ултырҙы, ныҡ йөҙө етди ине. Тик иртәгәһенә генә, табиптар йүгерешергә тотонғас, нимәлер бар, тип уйлай башланым, тик күңел барыһы ла яҡшы булырына өмөт итә ине. Баламдың киләсәген ул ваҡытта бик күҙ алдына килтермәй инем, ләкин өмөт бар ине. Хәҙер шөкөр, барыһы ла үҙ яйы менән бара! Өйҙә беҙҙең үҙебеҙҙең Ҡояш бар! Яҡты, йылы, шаян, шуҡ, үҙ һүҙле, сабыр, бирешмәҫ Сафиябыҙ бар! Уны ҡотлай алаһығыҙ, Сафияға 7 йәш", - тип яҙа Земфира.
Читайте нас: