Радий Хәбиров “Мәғариф сәғәте”ндә мәғариф министры Айбулат Хажинға инвалид балаларҙы ашатыуҙы ойоштормаған өсөн ҡаты шелтә бирҙе. Ҡолаҡ, күҙ ауырыуҙары һәм шәкәр диабеты менән сирләгән балаларҙы туҡланыу исемлегенән төшөрөп ҡалдырған өсөн етәкселәр яуап тоторға тейеш, тине ул һәм тиҙ арала мәсьәләне юҡ итеү бурысын ҡуйҙы. Юғиһә, етәксегә креслоһы менән хушлашырға тура киләсәк.
Һуңғы осорҙа социаль селтәргә килгән мөржәғәттәрҙең иң күбеһе ошо темаға бәйле. Бигерәк тә инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр саң ҡаға. Быйылдан бушлай туҡланыу өсөн һаулығы сикләнгән тигән документ талап ителә. Ә ҡолаҡ, күҙ ауырыуҙары, шәкәр диабеты өсөн справка бирелмәй.
Справканы махсус комиссия бирә, әле унда инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләрҙән сират барлыҡҡа килгән. Радий Хәбиров был категорияға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға, өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙырмаҫҡа ҡушты. Өфө ҡалаһы мәсьәләне хәл иткән, бөгөн ҡала хакимиәте башлығы инвалид балаларҙы бушлай туҡландырыу хаҡындағы ҡарарға ҡул ҡуйған. Баш ҡалала был исемлектә 602 уҡыусы. Ә республика буйынса мәсьәлә асыҡ.