газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2019, 18:26

Үпкәһенән урлаған

Пятигорск ҡалаһынан 33 йәшлек йөк ташыусы, эштән ҡыуылғандан һуң, магазин хужаһына үпкәләп, кассанан туғыҙ миллион һум аҡса урлап ҡаса.

Пятигорск ҡалаһынан 33 йәшлек йөк ташыусы, эштән ҡыуылғандан һуң, магазин хужаһына үпкәләп, кассанан туғыҙ миллион һум аҡса урлап ҡаса.

"Миллионер"-уғры ир еңел генә килгән аҡсаға үҙенә ҡиммәтле сит ил машинаһы һатып ала. Магазин хужаһы сауҙа нөктәһендә инвентаризация үткәргәндән һуң, ҙур күләмдә аҡса юҡлығын асыҡлай. Әлбиттә, эшҡыуар был турала полицияға мөрәжәғәт итә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре видеояҙмаларҙы тикшергәндән һуң, бурҙың шәхесен асыҡлай.

Ир магазинда йөк ташыусы була. Хеҙмәт һөймәгән әҙәм эшкә йыш ҡына һуңлап килә, үҙ бурысын тейешенсә башҡармай, шуға ла етәксе ҡатын уны эштән ҡыуа.

Бер нисә ай үткәс, үпкәсел ир, элек бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең асҡысын ҡулына эләктереп, сауҙа залына үтеп инә һәм кассала булған барлыҡ аҡсаны сәлдерә. Аҙаҡ полиция уның быға тиклем дә ошо уҡ магазиндан аҡса урлауын асыҡлай. Зыян күләме туғыҙ миллион һумдан ашып китә.

Йөк ташыусы үҙ ғәйебен таныған, уның йортонда полиция хеҙмәткәрҙәре туғыҙ миллион һумдан ҡалған аҡсаны - миллион ярымын таба. Табылған аҡса, әлбиттә, хужаһына ҡайтарылған. Әле "миллионер"ға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: