Ярты миллион самаһы Рәсәй кешеһе Рәсәй Пенсия фондындағы тупланмаһының ҡайҙа күсеүен дә белмәүе ихтимал.
Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты пенсия тупланмаларына бәйле бик ҙур мутлыҡ осрағын тикшереүгә тотондо. Бында һүҙ 2017-2018 йылдарҙа ярты миллион самаһы Рәсәй кешеһенең Рәсәй Пенсия фондындағы тупланмаһын, уларҙың рөхсәтенән тыш, дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондтарына күсереү хаҡында бара. Әлегә был эштә ғәйепләнеүселәр аныҡ аталмай.
Тәфтишселәрҙең фаразлауынса, улар кешеләр исеменән ялған ғариза яҙып, пенсия тупланмаһын “ВТБ Пенсия фонды”, НПФ “Согласие”, “Социум” һәм “Газфонд ПН” кеүек шәхси фондтарға күсергән. Дөйөм зыян миллиард һумдар менән иҫәпләнә.Әлеге осраҡҡа бәйле Рәсәйҙең Тәфтиш комитетының Мәскәү Үҙәк округы буйынса идаралығы енәйәт эше асҡан.