Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2019, 17:01

Балалар һауыҡһын ғына инде

Беҙҙең Салауат ҡалаһында өс ҡыҙ бала ҡаразирә (дурман) ашап ағыуланған.

Беҙҙең Салауат ҡалаһында өс ҡыҙ бала ҡаразирә (дурман) ашап ағыуланған. Уларҙы баш ауыртыуы һәм галлюцинациялар менән дауаханаға оҙатҡандар. Береһе - реанимацияла. Островский урамында ҡыҙҙар сәскәләр менән уйнағанда уларҙың иғтибарын ҡыярға оҡшаған “тубырсыҡ” йәлеп иткән. Уны уртаға ярып, эсендә ҡара орлоҡто күрәләр һәм тәмләп ҡарайҙар. “Емеш” бик әсе булғанлыҡтан, балалар уны ашамай. Тик шул тәмләп ҡарауҙары ғына ла ағыуланыу өсөн етә ҡала.Туғыҙ һәм ун йәшлек ҡыҙҙарҙың ата-әсәһе дауаханаға мөрәжәғәт итә, өсөнсөһөн, тикшергәс, өйөнә ҡайтаралар.

- Ике ҡыҙҙың да башы ауырта, галлюцинациялары бар. Береһе - реанимацияла, икенсеһе бүлексәлә. Әле хәлдәре тотороҡло, ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янамай, - ти Салауат ҡала дауаханаһының баш табип урынбаҫары Илгиз Шәңгәрәев.

Ҡаразирәнең орлоҡтары айырыуса ҡурҡыныс. Ағыуланыуҙың билдәләре күп: кеше ярһый, күҙ ҡараһы ҡапыл киңәйә, ауыҙ эсе кибә, тауыш ҡарлыға, пульс йышая, баш ауырта һәм ныҡ итеп һыу эске килә. Артабан кеше кома хәленә етә, күҙенә күренә башлай, йүнләп һөйләшә алм
Читайте нас