Белоруссияла ғаилә ауылға туғандарына тыуған көнгә ҡунаҡҡа килә. Атаһы өйгә инеп киткән, ә 20 генә йәшлек әсәй кеше машинала ултырған ике йәшлек ҡыҙын асыҡ тәҙрә аша ғына алмаҡ була. Күрәһең, ул башын тыҡҡас, сабый тәҙрә күтәргес төймәгә баҫҡан. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ире ҡатынының иҫһеҙ кәүҙәһен таба һәм дауаханаға алып бара һала ла бит, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын иҫенә килмәй йән бирә.