Мәскәү эргәһендәге коттедж ҡасабаларының береһендә бер ҡатын эргәләге төҙөлөштән килеп ингән хужаһыҙ эттәрҙе пневматик ҡорал тотоп баҫтырған. Ҡыйыу ҡатын тип әйтеп була микән уны? Ни өсөн тигәндә, Каринэ - ауырлы. Был ҡылығы ҡасабала йәшәгән кешеләргә бөтөнләй оҡшамаған.
Әйткәндәй, ҡорал тотҡан ауырлы ҡатындың урам буйлап китеп барғанын видеоға уның ире төшөргән. Тик интернет селтәрендәге халыҡ ауырлы ҡатындың “батырлығын” баһаламаған, ә был хәл тирә-яҡтағылар өсөн хәүеф тыуҙыра, тип иҫәпләгән. Ул арала ҡасабаның идарасы компанияһы ярҙамында мессенджерҙарҙа, социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәр ойошторолған, Каринэны эҙәрлекләй башлағандар. Ҡатын был хәлдән һуң дауаханаға мөрәжәғәт иткән. “Этте үлтерергә йыйынманым, ҡоралымда пуля юҡ ине”, - тип аҡланыуҙарын бер кем дә тыңламаған, киреһенсә, “башы эшләмәгән” ҡатынды дауаханаға оҙатырға кәңәш иткәндәр. Әле низағ һаман бара, ҡораллы ҡатын идарасы компаниянан яла яҡҡан өсөн ғәфү үтенеүҙәре