газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2019, 12:03

Ҡаты бәғер, таш йөрәк

Аҙна башында баш ҡалала булған ҡурҡыныс авария бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. Унда иҫерек атаһының машинаһына ултырып барған ете йәшлек малай һәләк булғайны. Баланы ерләшергә ғәйепле атай хатта килмәгән дә.

Аҙна башында баш ҡалала булған ҡурҡыныс авария бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. Унда иҫерек атаһының машинаһына ултырып барған ете йәшлек малай һәләк булғайны. Баланы ерләшергә ғәйепле атай хатта килмәгән дә. Ир менән ҡатын әллә ҡасан айырылышҡан булған. Уларҙың 11 йәшлек игеҙәк малайҙары һәм ете йәшлек тағы бер улдары булған. Балалар әсәһе менән йәшәгән. Бала атаһын, олатаһын бик яратһа ла, улар йыш осрашмаған. Эсергә яратҡан иргә улын биреп ебәреү теләге лә булмағандыр шул әсәлә. Тик бала ныҡ һорағас, ебәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул көндә үлемесле авария була ла инде. Иҫерек атай Азатҡа хатта хәүефһеҙлек ҡайышын да эләктермәй...

Ҡайғы менән бөткән әсәгә таныштары, туғандары, улы уҡыған мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары ярҙам иткән. Баланы һуңғы юлға лайыҡлы оҙатҡандар. Зыяратта мәғәнәһеҙ атайҙың үҙе генә түгел, хатта туғандары ла күренмәгән . Ир шок хәлендә лә түгел, әллә ни ҡайғырмай ҙа, тиҙәр. Ул хатта үҙен ғәйепле, тип тә һанамай икән. Ни бары төрмәгә ултырыуҙан ғына ҡурҡа.

Меҫкен әсә һаман шок хәлендә. Таныштары белдереүенсә, йә түгелеп илай, йә шарҡылдап көлә. Игеҙәк малайҙар ҙа бик көйә, туғандары өсөн әсенә. Ә кемдер атай кешегә шылтыратҡас, ни бары иҫерек тауышын ғына ишеткән.
Читайте нас: