Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2019, 13:42

Афарин Салауат колледжына!

Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы Бөтә Рәсәй “Абилимпикс” конкурсында икенсе урын яуланы.

Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы Бөтә Рәсәй “Абилимпикс” конкурсында икенсе урын яуланы. "Ворлдскиллс" милли чемпионатында ла быйыл республика үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте. “Бөгөн эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж бар. Колледжға уҡырға инеүселәр арта”, - ти мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.

Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы йылына 250-гә яҡын студент ҡабул итә, 10 процент тирәһе – мөмкинлектәре сикләнгәндәр. “Студенттарға төплө белем биреү өсөн бөтә шарттар булдырылған”, - ти колледж директоры Зөлфиә Ишембәтова.

Республика колледждарына Башҡортостан башлығы грантын булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Был турала “Мәғариф сәғәте” ултырышында әйтелде.
Читайте нас: