Рәсәйҙең иң бай эшҡыуары һәм йәмәғәт эшмәкәре өс дуҫы менән ресторанда өс миллион һумға һыйланған. Улар ҡалдырған чектан күренеүенсә, Роман Абрамович ҡиммәтле шарап, төрлө сырҙарҙан торған турама, бер нисә төр пастанан тыш башҡа ризыҡҡа заказ бирмәгән. Бәлки, трюфель деликатесы ныҡ ҡиммәт булғанды?..
Нью-Йорк ҡалаһы ресторандарының береһендә була был хәл. Абрамович ашап сыҡҡандан һуң официанттарға биш мең доллар ҡалдыра. Әлеге ресторан сәхнә йондоҙҙарының, миллионерҙарҙың яратҡан урыны, күптәр бында тамаҡ ялғарға тип хатта көн һайын килә икән. Бөтөнләй аҡылдарынан шашҡандар ахырыһы был байҙар. Ул тиклем аҡсаһы булһа, рестранда һыйланып йөрөмәҫ ине бахыр ябай халыҡ. Ә ипотекаһын, кредитын түләр ине. Байҙарҙың был ҡылығына көнләшергә ярамай, донъя малы - дуңғыҙ ҡаны, тиҙәр. Бөгөр - бар, иртәгә - юҡ.