Август айында “Урал авиалиниялары” пилоты Дамир Йосопов Мәскәү өлкәһендә бәләгә тарыған самолетын кукуруз баҫыуына уңышлы ултыртҡайны. Ул иптәше менән борттағы 233 кеше ғүмерен һаҡлап алып ҡалды. Әле уға сит ил авиакомпанияларынан эш тәҡдим итә башлағандар. Шуларҙың иң төшөмлөһө - “Ғәрәп авиалиниялары”нан. Унда капитандың хеҙмәт хаҡы беҙҙәгенән биш тапҡырға юғарыраҡ буласаҡ, етмәһә, ул һирәгерәк осасаҡ. Тимәк, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә эшкә барырға ризалашһа, Дамир айына миллион һумдан күберәк аҡса аласаҡ. Былай ҙа осоусыларыбыҙ илдән күпләп ситкә китә. Дамир был тәҡдимгә ризалашырмы?