Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Сентябрь 2019, 11:20

Кардиологтар бергә йыйыла

Бөгөн, 12 сентябрҙә “Торатау” конгресс-холында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеүҙә ведомство-ара бәйләнештең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы була. Сара “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстарына ярашлы уҙғарыла.

Бөгөн, 12 сентябрҙә “Торатау” конгресс-холында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеүҙә ведомство-ара бәйләнештең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы була. Сара “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстарына ярашлы уҙғарыла.Республикала социаль тармаҡтың был йүнәлеше яңы үҫеш юлын кисерә. Республикала һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын яҡшыртыу, ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттарын күпләп асыу, дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен пациенттарға уңайлы нигеҙҙә ҡороу, белгестәргә төрлө дәртләндереү саралары булдырыу һ.б. бихисап сараларҙың барыһы ла халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән.

Ғилми-ғәмәли конференцияла илдең иҫкәртеү медицинаһы буйынса белгестәре, штаттан тыш төп белгес-кардиологтар, Башҡортостандың дәүләт власы органдары, ҡеүәтле етештереү предприятиелары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша. Сара пленар ултырыштан башлана, унда йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтарын кәметеү буйынса өҫтөнлөклө бурыстар ҡарала, артабан был темаға бәйле һөйләшеү бер нисә “түңәрәк өҫтәл”дә дауам итәсәк. Фекер алышыуҙа балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең һаулығын һаҡлау, сәләмәт туҡланыу, халыҡтың физик әүҙемлеге кимәлен күтәреү һ.б. мәсьәләләр ҙә күтәреләсәк. Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашыусыларҙы “Башҡортостан продукты” брендлы тауарҙар, фармацевтик компаниялар продукциялары күргәҙмәһе көтә. Сәләмәтлек үҙәктәренең табип-терапевтары, дауалау физкультураһы белгестәре бушлай консультациялар үткәрәсәк. Шулай уҡ теләгән һәр кем ҡан баҫымын, ҡандағы глюкоза кимәлен үлсәтә ала. Республика кардиоүҙәгендә ҡатмарлы йөрәк сирле пациенттарҙы эндоваскуляр дауалау буйынса рентген хирургтары өсөн айырым оҫталыҡ дәресе күрһәтеләсәк.

#Миллипроекттар
Читайте нас: