газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Сентябрь 2019, 18:49

Ғибрәтле хәл: 16 йәшлек ҡыҙҙы үгәй атаһы көсләгән

Башҡортостанды тағы бер ғибрәтле хәл тетрәтте. 16 йәшлек ҡыҙҙы үгәй атаһы йыл дауамында даими рәүештә көсләгән.

Башҡортостанды тағы бер ғибрәтле хәл тетрәтте. 16 йәшлек ҡыҙҙы үгәй атаһы йыл дауамында даими рәүештә көсләгән.


Был ҡот осҡос хәл ҡыҙҙың дуҫына серен сисеүе арҡаһында билдәле була. Иптәше полицияға хәбәр итеүҙе дөрөҫ тип таба. Был хаҡта ҡыҙҙы ла киҫәтә. Ә ҡыҙ, үҙ сиратында, үгәй атаһына бара һәм тиҙҙән йортҡа полицейскийҙар киләсәген әйтә.


...Ирҙе тапҡанда, әле кәүҙәһе һыуынып өлгәрмәгән була. Ул һарайға бикләнеп, үҙ-үҙенә ҡул һала.

Экспертиза ҡыҙҙың тәнендә ирҙең биоматериалдарын да таба. Был енси бәйләнештең ысынлап булыуын дәлилләй. Бер йыл буйына ерәнгес теләген тормошҡа ашырған ир үлер саҡта ниҙәр уйланы икән? Ул һис шикһеҙ ҡурҡаҡ йән – енәйәте өсөн яуап тотоуҙан шөрләүҙән хатта аҫылынған.


Ҡарап тороуға имен ғаилә – ҡатындың тәүге иренән ҡыҙы булған. Ул икенсе иргә кейәүгә сыҡҡан, унан да бала тапҡан.


Бөгөн ҡыҙ дуҫына сер сисеүенә үкенеп бөтә алмай. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистарына һөйләгән. Сөнки уны үгәй атаһының туғандары йыртҡыстың үлемендә ғәйепләй, дуҫтары йөҙөн борған, егете лә ташлаған. “Ярай әле әсәйем бар, ул ҡайғырмаҫҡа ҡуша. Ниңә барыһын да алдан уҡ әйтмәнең, ти. Мин бик күп проблема килтерҙем. Күңелем буп-буш, үҙемде 16 түгел, 40 йәшлек итеп тоям...” – ти үҫмер.
Читайте нас: