Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Сентябрь 2019, 18:46

Иң мөһиме - ул иҫән

Быйыл 23 мартта иртәнге сәғәт һигеҙенсе яртыла 15 йәшлек Дарья Черепанова уҡырға лицейға китә. Сәғәт 12-лә ул үҙаллы уҡыу йортынан сығып китә һәм ғәйеп була. Үҫмерҙе ярты йыл дауамында эҙләйҙәр.

Быйыл 23 мартта иртәнге сәғәт һигеҙенсе яртыла 15 йәшлек Дарья Черепанова уҡырға лицейға китә. Сәғәт 12-лә ул үҙаллы уҡыу йортынан сығып китә һәм ғәйеп була. Үҫмерҙе ярты йыл дауамында эҙләйҙәр. Был ваҡиға буйынса Тәфтиш комитетында “Үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше лә ҡуҙғатыла.


Дашаның ата-әсәһе һәм яҡындары үҙҙәренә урын таба алмай. Ярҙам һорап, полицияға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт итәләр. Баланы бик әүҙем эҙләйҙәр, тик ошоға тиклем файҙаһы булмай. Ҡайғыһынан ни эшләргә белмәгән әсә күрәҙәселәргә лә барып бөтә хатта, тик ҡыҙ табылмай. Оперативниктар Дашаның телефон номерын тергеҙә, социаль селтәрҙәренә инеп ҡарайҙар – файҙа булмай. Әйтерһең дә, ул һыуға батҡан, бер эҙ юҡ. Туғандары фекеренсә, Дашаның өйҙән ҡасыуы мөмкин түгел, ул имен һәм бай ғаиләлә үҫә, ҡасыу өсөн сәбәптәр булмай. Бер ҡат кейемдә, әйберһеҙ нисек йөрөүен башына индерә алмай ата-әсә.


Үҫмерҙе һуңғараҡ федераль эҙләүгә лә иғлан итәләр. Һөҙөмтәлә, кисә ул табыла... Краснодар крайында. Ул унда нисек барып сыҡҡандыр, билдәһеҙ. Ниңә сығып китеүе тураһында ла мәғлүмәт юҡ. Ярар, иң мөһиме – иҫән.
Читайте нас: