Өфөнән 39 йәшлек ҡатын, 19 кешене төп башына ултыртып, 40 миллион һум урлаған.
Асыҡланыуынса, 39 йәшлек ҡатын 2011 йылдан башлап таныштарынан, дуҫтарынан ҙур күләмдә бурысҡа аҡса алған. Был сумманы электр кабелдәре етештереүсе компанияға процентҡа һалам, тип вәғәҙә иткән. Аҙаҡ бурысты тулыһынса ҡайтарасағына ышандыра.
Шулай итеп, ҡатын 19 танышын, дуҫ-ишен 40 миллион һумға алдай. Ҡыҙыҡ: һәр кем аҡсаһын бер ниндәй икеләнеүһеҙ, ҡурҡмайынса уға тапшыра.
Суд мут ҡатынды холоҡ төҙәтеү колонияһына ете йыл ярымға ултыртыу язаһын сығара. Бынан тыш, ғәйепләнеүсе таныштарына, дуҫ-ишенә килтергән зыянды кире ҡайтарырға тейеш.