Токиола йәшәгән 34 йәшлек кассир 1300 картанан аҡса урлаған. Бының өсөн ул, һатып алыусы тауар өсөн иҫәпләшкән арала, 16 урынлы һанды, кешенең исем-шәрифен, картаның яраҡлылыҡ ваҡытын, артҡы өлөшөндәге CVV-кодты хәтерендә ҡалдырып, һуңынан махсус дәфтәргә яҙып барған. Артабан Юсуке Танигучи ошо мәғлүмәтте ҡулланып, интернет аша тауар һатып алған, ҡуртымдағы фатир өсөн түләгән, аҙыҡ-түлек һәм башҡа ихтыяждары өсөн иҫәпләшкән. Интернет аша сираттағы һатып алыу ваҡытында уны полиция эләктергән.