газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2019, 12:37

Вафат булған улы ҡайтып төшкән

Был хәл Кронштадта булған.

Был хәл Кронштадта булған.Элекке хәрби, 43 йәшлек Константин бер көн эҙһеҙ юғалған. Туғандары эҙләгән, полицияға ла хәбәр иткәндәр. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң полицейскийҙар ир мәйете тапҡан. Һәләк булғанды танырға әсәһе Антонина барған, тап ул “был минең улым” тип белдергән. Ошонан һуң мәйетте кремациялағандар һәм ерләгәндәр. Шулай итеп, Константиндың зыяратта ҡәбере һәм үлем көнө яҙылған ҡәбер ташы, ә Антонина Михайловнала уның үлеме тураһында таныҡлыҡ бар. Константиндың элекке ҡатыны менән бәләкәй ҡыҙы барлығы ла мәғлүм. Хәрби училище тамамлаған ир һуңғы ваҡытта бер ҡайҙа ла эшләмәгән. Бер көн кис пенсионер ҡатын ишек туҡылдатҡанға барып асҡас... саҡ иҫенән яҙмаған: алдында бынан дүрт ай элек мәрхүм булып, ерләнгән улы баҫып тора икән. “Үлгән” улы ҡайтып төшкәс, пенсионер ҡатын тағы ла полицияға барған. Уның: “Улым ҡайтты!”, - тип тулҡынланып һөйләүен хоҡуҡ һаҡлаусылар башта “әсә аҡылынан яҙған” тип ҡабул иткән. Аҙаҡ иһә үҙҙәре лә аптырауға ҡалған. Константиндан ҡайҙа йөрөгәнлеген асыҡлай башлағас, уның йәй буйы Санкт-Петербург урамдарын ҡыҙырыуын, “тормош тураһында уйланыуын” асыҡлағандар.
Читайте нас: