Үткән йома Мәскәү ҡалаһында бер йәшлек сабый ҡайнар ашҡа бешеп үлә.Бер көн алда ғына ял итеп ҡайтҡан ғаилә көндәлек мәшәҡәттәр менән мәж килә. Әсә кеше йорт эштәре менән була, атаһы аш-һыу бүлмәһендә ултыра, ә яңы атларға өйрәнгән бер йәшлек сабый өй буйлап йүгереп йөрөй. Аш-һыу бүлмәһендәге тәҙрә төбөндә әле генә бешеп сыҡҡан ҡайнар аш һыуынып ултыра. Ниндәйҙер бер мәлдә, атаһы артына әйләнгәндә, малай кәстрүлгә йәбешә һәм ҡайнар ашты өҫтөнә түңкәрә. Ата-әсә шунда уҡ табиптарҙы саҡырта, улар килеп еткәнсе бәпесте һалҡын һыуҙа тоторға тырышалар. Баланы дауаханаға алып китәләр, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бер нисә сәғәттән йән бирә. Сабыйҙың тәненең 60 проценты бешкән була.