газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2019, 12:06

Ниҙәр булды һуң ул был ғүмергә? Ниҙәр булды икән донъяға?

Ырымбур өлкәһендә ҡот осҡос фажиғә теркәлгән.

Ырымбул өлкәһендә ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. 2 сентябрҙә, бөтә ғаиләләр кеүек, Галинскийҙар ҙа мәктәп линейкаһына әҙерләнгән. Иң тәүҙә ҡатындың улы колледжға китә. Әсәй кеше дүртенсе класҡа барасаҡ ҡыҙы Настяның сәсен үреп ҡала. Әммә был бала линейкаға килмәй. 6 сентябрҙә олатаһы полицияға ғариза менән мөрәжәғәт иткәс, Настяны мөгәрәптә мәктәп формаһында, аҡ колготкиҙа, сәстәре матур итеп үрелгән килеш табалар. Ул быуып үлтерелгән була.Әсә лә юғала. Был ғаилә имен булмағандар иҫәбендә торған, әммә әсәгә ҡарата әллә ни бәйләнерлек сәбәп тапмағандар. Яңғыҙ ҡатындың эскеләгәнен белһәләр ҙә, балаларын тәрбиәләүгә дәғүә белдерерлек сәбәп күренмәгән. Уҡытыусылар ҙа, күршеләр ҙә баланы тик яҡшы яҡтан хәтерләп һөйләй. Тәфтишселәрҙең фекеренсә, берҙән-бер версия - ҡыҙға әсәһе ҡул һалған. Әммә 11 сентябрҙә ҡатынды Абдулла ҡалаһынан алыҫ булмаған урман һыҙатында үле килеш тапҡандар. Хәҙер ҡыҙ менән әсә араһында ни булғанын бер кем дә әйтә алмай. Бәләкәй Настяны ете йыл элек вафат булған атаһы эргәһенә ерләгәндәр. 16 йәшлек ағаһы бер аҙнала тулы етем ҡалған.
Читайте нас: