газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2019, 11:05

Балиғ булмағандар ҙа - руль артында

Тиҙҙән балиғ булмағандарҙың законлы рәүештә еңел автомобилгә идара итеүе ихтимал.

Тиҙҙән балиғ булмағандарҙың законлы рәүештә еңел автомобилгә идара итеүе ихтимал. Рәсәй Эске эштәр министрлығы “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында”ғы федераль законға үҙгәрештәр индермәксе. Әммә был хоҡуҡҡа эйә булыу өсөн түбәндәге махсус шарттар үтәлергә тейеш.

Беренсенән, балиғ булмағандар махсус белем алырға һәм дәүләт автоинспекцияһына имтихандарҙы уңышлы тапшырырға бурыслы. Икенсе шарт: йәш автоһәүәҫкәр эргәһендә тәжрибәле шофер булғанда ғына еңел машинаға идара итә аласаҡ.
Читайте нас: