“Бына бөгөн дә "Йөрәк һүҙе"нә билет һорап яҙалар. Улар һатыуға сығып та өлгөрмәне әле, – тип яҙа проект етәксеһе Наилә Сәфәрғолова. – Был юлы Инйәр ҡасабаһынан килгән үтенесте уҡып, ултырып иланым хатта...”
“Наилә апай, һаумыһығыҙ! Ҙур рәхмәттәремде белдереп, эшегеҙҙә уңыштар теләп, һеҙҙе борсорға булдым. Наилә апай, һеҙҙең проектты Инйәр төбәгендә күтәреп алып, ҙур, мәртәбәле тамаша үтте. Шиғриәткә бала саҡтан мөкиббән булып, һүҙҽн шиғыр аша халыҡҡа еткереп, шул уҡ ваҡытта биш йәшлҽк ҡыҙымда ошо сифаттарға юл ярып, ҽңҽү яулаған тәьҫораттар мҽнән әлҽ лә ҡыуанабыҙ. Наилә апай, кҽс кҽнә баламдың йөрәгҽндә осҡон күрәм, шуға ла "Йөрәк һүҙҽ"ндә тамашасы залында урын алыу өсөн билҽттар алыуға ярҙам итегеҙ әле, зинһар! Зөлхизәмә һүҙ бирҙем, йөрәк һүҙҽн оло тамаша залында тыңларбыҙ, Алла бирһә, тип".
Эйе, туйғансы иланым... Илаҡ икән был Наилә тиерһегеҙ – илаҡ мин, илаҡ!.. Йәнеңде биреп башҡарған эшең халҡың күңеленә ята икән – был бит үҙе бер оло шатлыҡ! Ә шатлыҡтан илау насар түгел ул. Асия, мин һеҙгә билеттарҙы мотлаҡ ҡалдырырмын – вәғәҙә".
Әйткәндәй, Салауат башҡорт дәүләт драма театрынан хәбәр итеүҙәренсә, театрҙың билдәле артисы Нәүфилә Яҡупова "Йөрәк һүҙе" проектының финалына үткән. "Салауат" гәзите уны ҡотлай һәм финалда уңыштар теләй.