газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2019, 17:08

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батыр малайҙың ғүмере өҙөлдө

Уттан олатаһынан ҡотҡармаҡсы булып, ут эсенә ингән батыр малайҙың үҙенә ҡотҡара алманылар - уның ғүмере өҙөлдө.

Уттан олатаһынан ҡотҡармаҡсы булып, ут эсенә ингән батыр малайҙың үҙенә ҡотҡара алманылар - уның ғүмере өҙөлдө.Алты йәшлек ҡаһарман малайҙың яҙмышы тураһында аҙна дауамында бөтә Карелия һәм ил халҡы борсола ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Святослав кисә беҙҙең аранан китте.
30 августа малай өләсәһе һәм олатаһы менән дачаларында була. Святослав олатаһы менән мунса яғырға сыға, өләсәһе өйҙә ашарға бешереп ҡала. Ут тоҡандырып торғанда, олатаһы иҫен юйып йығыла, ә мунса яна башлай. Малай тирә-яҡты ут ялмап алыуға ҡарамаҫтан, олатаһын ҡотҡармаҡсы булып, бар көсөнә һөйрәй, тик көсөнән килмәй. Ут шашып киткәс, малай бар көсөн йыйып тышҡа сыға, өләсәһе уны шул саҡта ғына күреп ҡала. Малайҙың тәне тулыһынса тиерлек янып сыға. Шулай уҡ тын алыу юлдары ҙур зыян күрә. Уны шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” машинаһы дауаханаға алып китә. Аҙаҡ вертолет менән Түбәнге Новгород ҡалаһының тән бешеү үҙәгенә күсерәләр. Малайҙың ғүмере өсөн табиптар аҙнанан ашыу көрәшә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәрәхәттәре бик ауыр була, кисә уның йөрәге тибеүҙән туҡтай. Әйткәндәй, ул ҡотҡарырға тырышҡан олатаһы ла ваҡиға урынында йән бирә.
Читайте нас: