газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2019, 11:24

Штраф түләтеүҙәре ихтимал

Дәүләт Думаһы комитеты ҡарамағындағы эксперт советында ашығыс ярҙамды алдап саҡырған өсөн яуаплылыҡ индереү тураһында һүҙ алып барыла.

Дәүләт Думаһы комитеты ҡарамағындағы эксперт советында ашығыс ярҙамды алдап саҡырған өсөн яуаплылыҡ индереү тураһында һүҙ алып барыла. Тәртип боҙоусылар страховкалау компанияларына сығымдарҙы ҡаплау өсөн компенсация түләргә тейеш, сөнки ашығыс ярҙам тик кисектергеһеҙ осраҡтарҙа ғына саҡырыла, ти улар. Һүҙ бында ашығыс медицина ярҙамын түләүле итеү тураһында бармай, ә алдаҡ саҡырыуҙар өсөн яуаплылыҡ хаҡында. Әйтеүҙәренсә, илдә ашығыс ярҙам саҡыртыуҙарҙың илле процентын кисектергеһеҙ,тип иҫәпләп булмай. Ҡайһы берәүҙәр уларға аяғы ауыртһа ла, тымау тейһә лә мөрәжәғәт итә, тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә эксперттар.

Читайте нас: