газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2019, 17:37

Шатлыҡ йәштәре түгел шул

Тайвандә бер ир, кәләшенең мейеһе үлһә лә, уға өйләнә.

Тайвандә бер ир, кәләшенең мейеһе үлһә лә, уға өйләнә. Ван 22 августа мотоциклы менән автомобилгә бәрелеп, йәрәхәтләнә. Дауаханала өс көндән уның мейеһе үлеүе хаҡында хәбәр итәләр һәм махсус аппаратҡа тоташтыралар.

Ван менән Линь 11 йыл буйы яратышып йөрөй. Тик, кәләштең ата-әсәһе ҡаршы булыу сәбәпле, өйләнешә алмайҙар. Ҡыҙҙары фажиғәгә тарыр алдынан ғына ризалыҡтарын биргән була атай-әсәй. Илашып торған туғандары алдында башына фата кейеп ятҡан һөйгәненә балдаҡ кейҙерә Линь. Шунан һуң Ванды аппараттан һүндерәләр…Ҡатындың эске органдарын һәм күҙҙәрен донорлыҡҡа бирәләр. Әсәһе, исмаһам, былай ул Ерҙә ҡалып, йәненең бер өлөшө кемдәлер дауам итерен күҙәтер, тип иҫәпләй.
Читайте нас: