Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың дөйөм кимәленең түбәнәйеүе күҙәтелә, был йәшелсәләрҙең миҙгелле арзанайыуына бәйле. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, бер айҙа картуфҡа хаҡ — 27,2%, сөгөлдөргә, башлы һуғанға, кишергә — 32%, ҡыярға — 13%, помидорға — 41%, грушаға, бананға, лимонға, алмаға — 3-8%, виноградҡа 26% төшкән. Шул уҡ ваҡытта аҡ күсәнле кәбеҫтәгә (+11%), әфлисунға (6%), туңдырылған йәшелсәләргә (1%) хаҡ артҡан.
Шәкәр (8,4%, йыл башынан — 16,6%), тауыҡ боттары, һөйәкһеҙ сусҡа ите, күркә ите, ыҫланған колбаса (1-3%), он, борсаҡ, фасоль, һоло, арпа, ҡарабойҙай ярмалары (1-4%), көнбағыш һәм зәйтүн майы (1,3% һәм 4,3%), шоколадлы кәнфиттәр (1,5%) арзанайған.
Тауыҡ йомортҡаһы (16,4%), ит фаршы, тауыҡтар, һарыҡ ите (һөйәкһеҙ иттән тыш), сосиска, сарделька (1,5-2,4%), майлы эремсек, ҡуйыртылған һөт, һөт, глазурь һыланған татлы эремсектәр (1,5-3,3%) ҡиммәтләнгән.
Шулай уҡ балыҡ ризыҡтарына хаҡ уртаса 1,6% (һөмбаш балыҡтары ыуылдырығынан һәм томат соусындағы консерваларҙан тыш), балалар өсөн йәшелсә һәм емеш-еләк консерваларына 1,2% һәм 2,7%, ҡара бөртөклө сәйгә һәм ирей торған ҡәһүәгә 1,7% һәм 4,5%, тары ярмаһына 3,7% (йыл башынан — 28,2%) артҡан.