Кисә Туймазы районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, авария “ВАЗ-2110” менән “Даф” йөк машиналары араһында була.
17 йәшлек Өфө районы егете ватан автомобилендә 43 йәшлек Силәбе өлкәһе кешеһе идара иткән йөк машинаһына барып бәрелә. “Һөҙөмтәлә еңел автомобиль водителен ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға алып баралар, әҙерәк ваҡыт үткәс, ул йән бирә”, – тинеләр ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.
Тағы шуныһы билдәле: һәләк булған егет 2019 йылдың июненән хәбәрһеҙ юғалған кеше булараҡ эҙләүгә иғлан ителгән икән. Бынан тыш, 17 йәшлек үҫмерҙең водитель таныҡлығы ла булмаған, ә автомобилендә ялған номерҙар ҡуйылған. Быға тиклем ул таныҡлыҡһыҙ машина менән идара иткәне өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.